Главная » 2015 » Май » 25 » «Күмәкләгән яу ҡайтарған»
11:01
«Күмәкләгән яу ҡайтарған»

«Күмәкләгән яу ҡайтарған»

Район газетаһы биттәрендә ағинәйҙәр берекмәһе ойошторолоуы һәм ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡоро барлыҡҡа килеүе тураһында күп кенә мәҡәләләр баҫылып сыҡты.Ә инде Урал аръяғы райондарында күптән башлаған ағинәйҙәр эшмәкәрлеге тураһында уҡып та ишетеп тә белә инем.  Әммә үҙем был хәрәкәткә етәксе булып     ҡушылырмын  тип һис кенә лә уйламағайным.

   Апрель баштарында «Киске Өфө» гәзите һәм«Башҡортостан ҡыҙы» журналының  баш мөхәррирҙәре Гөлфиә Янбаева менән Гөлназ Ҡотоева, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, район вәкилдәре Сәйетҡол ауылында булып киткәйнеләр. Ошондай абруйлы ҡунаҡтарҙың килеү маҡсаты – ауылдарҙа ағинәйҙәр эшмәкәрлеген йәйелдереү ине. Ошо осрашыуҙа Рәсүл хәҙрәттең сығышы бик тә әһәмиәтле булды.Ул инде 10 йылға һуҙылған  мәсетте   төҙөп бөтөрөү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Ысынлап та «Шәмиғол хәлфә» исеме менән төҙөлә башлаған мәсет күптән инде төҙөлөп бөтөүҙе   көтә ине.

  Был осрашыуҙан һуң күп тә үтмәне ағинәйҙәр ҡоро Йома сәйенә йыйылды.  Һәр береһен ауылдың киләсәге,  йәштәргә эш булмауы, эскелек,шул уҡ ваҡытта көмөшкә һатыуҙы тыйыу кеүек мәсьәләләр борсой ине. Халҡыбыҙ бөгөнгө көндә бик ныҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән. Ошондай төшөнкөлөктән сығыуҙың дөрөҫ юлы – иман юлы икәнен дә дөрөҫ аңлай ағинәйҙәр.  Ауылыбыҙҙа мәсетте төҙөп бөтөрөргә һәм бының өсөн аҡсалата ярҙам итергә  тигән тәҡдим менән барыһы ла килешеп,таралышты улар.

       Төрлө доғаларын уҡып, шифалы үләндәре менән кешеләрҙе дауалаған, күпме      ауырыуҙарға йәшәү көсө өләшкән  әүлиә, бағымсы Шәмиғол хәлфә.” Ә беҙ, кешеләр,уның ҡылған изгелектәрен баһалап исемләнгән мәсетен дә төҙөп бөтөрә алмайбыҙ”-тип ошондай ауыр уйҙар менән үтеп китә инем уның янынан.

   Ниһайәт, беҙ был эште башлап ебәрҙек.Шөкөр,беҙҙе аңлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеһе лә табылды. Әлбиттә, бер эш  тә еңел генә бирелмәй. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигәндәй ауыл кешеләре, уларҙың ситтә йәшәгән балалары аҡсалата ярҙам күрһәтәләр. Алдағы көндәрҙә лә был изге эшебеҙҙә ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫтар тип ышанам.  « Шәмиғол мулла» тигән сайт булдырҙыҡ, төҙөлөш эштәре, аҡса күсереү мәсьәләләре унда яҡтыртып барыласаҡ.  Был эште информатика уҡытыусыһы Радик Урал улы Мәзитовҡа ышанып тапшырҙыҡ.

Бөгөнгө көнгә мәсеттең тәҙрә-ишек яңаҡтары ултыртылды. Был эште Сәлихов Марат менән Айытҡолов Хәлил тиҙ арала башҡарып сыҡтылар. Пластик тәҙрәләр эшләнеү юлында. Ишектәрен ҡуйғас  та эске эштәргә күсергә тип торабыҙ.

  Алла тарафынан ебәрелгән  әүлиәбеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә тип ҡуйған маҡсатыбыҙ тормошҡа ашырына иманым камил.

 

 

Сәйетҡол ауылы.  Миңзәлә Сәйетбаталова

Просмотров: 896 | Добавил: dedmazai | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
avatar
0
1 sarinsaf • 22:02, 03.02.2016
сез нишлап шамигул халфа турасында бер ни да язмыйсыз,а ул бит бик кочле булган hам ул улганда hавада алтын харефлар белан язылган
avatar